Рухи-әхләҡи тәрбиә – Ватан мәғари системаһының төп нигеҙе

Тап беҙҙең илдә был бурыс белем биреү менән бергә үрелеп бара. Йәш быуын тәрбиәләүҙең тап ошо компоненты әлеге көндә актуаль, тине Андрей Назаров уҡытыусыларҙы тәбрикләп. Хөкүмәт Премьер-министры бер төркөм педагогтарға дәүләт наградалары һәм грант сертификаттары тапшырҙы.

Андрей Назаров әйтеүенсә, бөйөк илдең данлы тарихын , күп быуатлы рухи ҡиммәттәр һәм традицияларҙы һаҡлау башлыса уҡытыусылар иңендә. Тап ошо сифаттарҙың тәрбиә нигеҙенә ятыуы ла уларҙың көндәлек хеҙмәте. Дәүләт үҫешендә лә уҡытыусы абруйы юғары баһалана. Быға иһә мәғариф өлкәһенә бүленгән иғтибар, финанс сығымдар ҙурлығы аныҡ дәлил, тине Хөкүмәт Премьер-министры.

Педагог һөнәренә, уҡытыусы абруйын күтәреүгә лә һуңғы йылдарҙа етди ҡараш. Һөнәри байрамдарында Дәүләт наградалары тапшырылыуы ла ошо эштең бер алымы. Бөгөн ике тиҫтәнәнә ашыу уҡытыусыға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф алдынғыһы исемдәре тапшырылды.

Йәш уҡытыусыларға ла республика үҫеш мөмкинлектәре булдыра. Хеҙмәт урынында балалар уҡытыу, йортта йәшәйеште яҡшыртыу шарттары тыуҙырыла. Яңы эш башлаған ауыл белгестәренә 600 мең һумлыҡ грант тапшырылыуы тап ошондай этәргестәрҙең береһе. Берҙән, эш ҡомарын арттырһа, икенсенән, тылды нығыта, ти уҡытыусылар ҙа.

Айнур Кәбиров