Санитар-эпидемиология хеҙмәтенә 100 йыл

Тарихи дата айҡанлы бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында тантаналы ултырыш үтте. Сарала бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән хеҙмәттең беҙҙең йәмғиәттә тотҡан урыны, башҡарылған эштәр, алда торған бурыстар хаҡында һүҙ барҙы.

Халыҡтың именлеген һаҡлауға, хоҡуҡтарын яҡлауға тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

Миллиондарса кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған тағун, тиф, сәсәк, ҡыҙылса ауырыуҙары беҙгә тарихтан ғына билдәле. Был сирҙәрҙең юҡҡа сығыуы санитар-эпидемиология хеҙмәте барлыҡҡа килеү, йәмғиәткә иммунизация, вакцинация процестарының үтеп инеүе менән бәйле. Әммә заман был система алдына яңынан-яңы һынауҙар ҡуя.

Һуңғы йылдарҙағы коронавирус пандемияһы шуға асыҡ миҫал. Әммә республикала ковидҡа ҡаршы 2 миллион 700 мең кешегә прививка яһалыуы сиргә кәртә ҡуя. был күрһәткес буйынса Башҡортостан – Волга буйы федераль округында лидер.

Санитар-эпидемиология хеҙмәтенең эше бер ваҡытта ла еңел булмаған, әммә хеҙмәт ветерандары әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта ярҙамға заман технологиялары килә. Улар күп осраҡта ҡул хеҙмәтен алмаштыра. Миҫал өсөн, Өфөлә тиҙҙән билдәһеҙ инфекцияларҙың биологик хәүефен асыҡлау һәм өйрәнеү буйынса лаборатория барлыҡҡа килә.

Шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа юҡ түгел, мәҫәлән, кадрҙар етешмәүе. Һөҙөмтәлә төбәк бүлексәләренә тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килгән саҡтар ҙа була.

Белгестәр фекеренсә, сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү, профилактикалау отошло. Ошо маҡсатта республикала «Санитар ҡалҡан» проекты тормошҡа ашырыла. Ул эпидемия хәүефен иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ һуңғы 5 йылда республикала социаль әһәмиәтле инфекцияларға ҡаршы 10 миллион прививка яһалған. Тағы ла 15 миллион вакцина киҙеүҙән, полиомиелеттпан һәм йоғошло гепатитттан. Һөҙөмтәлә гепатит менән сирләүселәр 114 тапҡырға кәмегән.

Тантаналы ултырышта эш йүнәлештәрен билдәләүҙән тыш, хеҙмәт алдынғылары ла бүләкләннде. Сөнки йәмғиәттең именлеге был системалағы һәр кемдең көнүҙәк һәм фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле.

Санитар эпидемиодогия хеҙмәте бер быуат инде кешелектең именлеге һағында тора. Йоғошло сирҙәрҙең төрҙәре, көрәш алымдары үҙгәрә, әммә төп асыл шул килеш ҡала. Улар халыҡтың һаулығын, хоҡуҡтарын яҡлай. Һуңғы йылдарҙа иһә был хеҙмәткә айырыуса ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә, мәкерле коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшергә тура килә.

Рәмзиә Кәримова