Юбилей айҡанлы бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы йыйылыш үтте.
Сараға клиникала эшләүсе табиптар, медицина университеты хеҙмәткәрҙәре, дауалау учреждениеһын булдырыуға күп көс һалған ветерандар, ғалимдар, профессорҙар саҡырылғайны. Бөгөн клиника юғары медицина технологиялары менән йыһазландырылған алдынғы федераль үҙәк исемен йөрөтөүгә улар тос өлөш индергән.
Өфөнөң 6-сы ҡала килинк дауаханаһы 20 йылдан ашыу университет кафедраларының фәнни тикшеренеүҙәр, ҡатмарлы операциялар өсөн нигеҙ, студенттарҙы уҡытыу үҙәге булып тора. Заманса технологияларға ярашлы йыһазландырылған дауахана Рәсәй кимәлендә алдынғы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы иҫәпләнә.
Юғары технологиялы Давинчи робот-ассистент ярҙамында клиникала илдә һирәк яһала торған операциялар эшләнә.
Лилиә Мәҡсүтова