Башҡортостандың Граждандар оборонаһына 90 йыл

Ошо дәүер эсендә ул формалашыу һәм үҫеш юлын үтеп, дөйөм дәүләт оборона сараларының мөһим өлөшөнә әүерелде.

Юбилей уңайынан Өфөлә иҫтәлекле саралар үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡотҡарыу һәм һаҡлау ҡорамалдарынан торған күргәҙмә ойошторолдо.

Стенала фажиғәле ваҡиғаларҙы сағылдырған фотоһүрәттәр урын алған. Уларҙың барыһында ла граждандар оборонаһы йәлеп ителгән. Сөнки был был хеҙмәттең төп бурысы – халыҡты хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү.

Илдар Байбулатов