Әлеге ваҡытта ил буйынса Ватан геройҙарының бөйөк ҡаһарманлығын мәңгеләштереү йолаһы тергеҙелә.
Халыҡ аҡсаһына Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡан ҡойошло яуҙары барған урында Ржев мемориалы төҙөлдө. Донбасты нацизмдан ҡотҡарыуға арналған «Саур-Могила» мемориаль комплексы үҫеп сыҡты.
Ошо исемлекте дауам итеп төҙөлгән Рәсәй Геройы генерал Шайморатовҡа һәйкәл – легендар комдивҡа ғына түгел, Ватаныбыҙ өсөн башын һалған барлыҡ яугир яҡташтарыбыҙға хөрмәт билдәһе.
Һәйкәлде асыу республикабыҙҙың яңы тарихында әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе. Сараның тура трансляцияһын 11 октябрь көндөҙгө сәғәт 12-лә БЮТ, «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдарында ҡарағыҙ.
Гөлдәриә Йосопова