Социаль эшҡыуар статусындағы йүнселдәр дәүләттән 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем бушлай ярҙам алыу хоҡуғына эйә.
Был турала бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһында һүҙ барҙы. 500 мең һумға тиклем финанс ярҙамды ҡуртымға алынған бина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре, электр уты өсөн түләүгә, ремонтҡа, рекламаға тотонорға мөмкин.
Уға эйә булыр өсөн эшҡыуар тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыу сығымдарының 50 процентын үҙе ҡапларға бурыслы. Шулай уҡ республика Хөкүмәтенән 500 һумға тиклем аҡсалата ярҙам 14 йәштән 25 йәшкәсә йүнселдәргә лә билдәләнә. Үҙ эшен асырға теләүсе шәхси эшҡыуарҙар, предприятие асыусылар уны үҙ ҡарамағына тотона ала.
Лилиә Мәҡсүтова