Республиканың төрлө-район ҡалаларынан йыйылған 70-тән ашыу белгестәрҙе Нуриман ерлеге берләштерҙе.
Белем биреү сараһы төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы башланғысында ойошторолған. Фекер алышыу уртаһына ер файҙаланыу, биналар төҙөү ҡағиҙәләре, биләмәләрҙә туристик йүнәлештә уңайлыҡтар булдырыу һәм башҡа һорауҙар сығарылды.
Бынан тыш, белгестәрҙең эшен һәм граждандарҙың мөрәжәғәт итеү процесын ябайлаштырыу маҡсатында хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу мәсьәләһенә иғтибар ителде. Республика архитекторҙары ауыл һәм ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү менән әүҙем шөғөлләнә: йорт фасадтарын яңырта, ял зоналарын тәртипкә килтерә.
Рәзилә Ғиниәтуллина