«Тамыр» телеканалының ике проекты «Тэфи-төбәк» конкурсы финалына сыҡты

Был турала Ҡарасәй-Черкес республикаһының баш ҡалаһында уҙған «Тэфи-төбәк» Бөтә Рәсәй конкурсында билдәле булды.

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ил кимәлендәге һөнәри конкурста даими ҡатнаша, коллегаларыбыҙҙың ижады 9 тапҡыр бронза Орфей менән билдәләнә. Был юлы яҡташтарыбыҙ ике номинацияла еңеүселәр исемлегендә.

Балалар өсөн проекттар араһында – «ӘЮЯ ҡаласығы» тапшырыуы һәм «Телевизион программа режиссеры» номинацияһында Әҙилә Һөнәрғолова «Ышан» сериалы менән һынау тота. «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина фекеренсә, һәр бер еңеү артында ижади коллективтың тынғыһыҙ  эшмәкәрлеге ята.

«Әюя ҡаласығы» зәңгәр экрандарға  әүге тапҡыр 2010 йылда сыға. Ошо осорҙа проект кескәй тамашасыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә яратҡан һәм көтөп алған тапшырыуына әйләнә. Уҡытыусылар  уны мауыҡтырғыс һәм фәһемле программа булараҡ дәрестәрҙә лә ҡуллана.

«Әюя ҡаласығы» тапшырыуының алып барыусыһы һәм мөхәррире -тәжрибәле журналист Гөлназ Ишемғолова, уға хәрефтәр серен асырға Өнбай, Хәрефбикә һәм кескәй дуҫтары ярҙам итә. Был тапшырыуҙың һәр сығарылышы «Башҡорт әлифбаһы» китабының бер хәрефенә арнала. Тик әлифба ябай түгел, һәр хәрефтең үҙ тарихы бар. Ошо хәрефтәр аша республикабыҙ тарихы, милли-мәҙәни хазиналары, аҫыл шәхестәребеҙҙең яҙмышы сағылыш таба.

Рәмзиә Кәримова