Балалар спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн оҫта һәм тәжрибәле белгестәр кәрәк

«Ауыл тренеры» проекты ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙамға килә. Баймаҡ ҡалаһынан Винер Нәбиев дәүләт программаһында ҡатнашып, 600 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған.

Ҡаланың 4-се һанлы лицейында көрәш түңәрәге бер йыл элек асыла. Ике төркөмдән бөтәһе 18 уҡыусы теләп йөрөй.Улар район,республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнаша.

Винер Нәбиев – тыуған яғына район хакимиәте саҡырыуы буйынса ҡайта һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Көрәш түңәрәгенә балалар туплай. Быйыл иһә маҡсатлы тренер түңәрәккә йөрөүселәрҙе районда тәүгеләрҙән булыр грек-рим көрәше серҙәренә төшөндөрә.

йылда старт алған “Ауыл тренеры”программаһы урындарҙа спортты үҫтереүгә генә ҡайтып ҡалмай,ә белгестәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла ҙур ярҙам булып тора. Һуңғы йылда Баймаҡ районына ҡайтҡан 6 тренер 600 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә була.

Альбина Байегетова