Әбйәлил районының Хәлил ауылы ҡыҙҙары яҡланы халыҡ-ара ярышта Башҡортостан данын яҡланы

Гродно ҡалаһында мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы үтте. Халыҡ-ара ярышта Рәсәйҙең һәм Беларуссияның ауыл ерендә йәшәүсе йәш спортсылары ҡатнашты. Улар өҫтәл теннисы, мини-футбол һәм баскетболда көслөләрҙе асыҡланы.

Һуңғы спорт төрөндә Башҡортостан данын Әбйәлил районы Хәлил ауылы ҡыҙҙары яҡланы. Сит илдән ҡайтҡан уҡыусыларҙың тәьҫораттары менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.

Баскетболды оҙон буйлылар өсөн тиһәләр ҙә, Хәлил ауылы ҡыҙҙарына ҡарап был фекер менән килешмәҫкә лә мөмкин. Сөнки тиҫтә йыл дауамында урындағы ҡыҙҙар командаһы – Әбйәлил районында баскетбол буйынса ярыштарҙың алыштырғыһыҙ чемпионы. Даими беренселекте яулаған уҡыусылар республика кимәлендә һынатмай. Атап әйткәндә, "КЭС-БАСКЕТ" мәктәп лигаһында бер нисә тапҡыр алтын миҙалға өлгәшә.

Тәжрибәле һәм талапсан тренер бөтә оҫталығын йәш быуынға еткерә. Ә уңыштар көттөрмәй, тәрбиәләнеүселәре яңынан-яңы еңеүҙәре менән шатландырып тора. Юҡҡа ғына уларға Башҡортостан исеменән Бероруссияға барыу бәхете тәтегән. Хәлил командаһы Гродно ҡалаһында ауыл ерендә йәшәүсе мәктәп уҡыусыларының спартакиадаһында ҡатнашты.

Быйылғы уҡыу йылында Хәлил мәктәбендә 150-гә яҡын бала белем ала. Йәш быуын сәләмәт булып үҫһен өсөн спортҡа айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Ә инде баскетбол – бар уҡыусыларҙың иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе.

Бөгөн ауыл ерендә лә физик яҡтан көслө балалар үҫә. Әммә уларҙың талантын ваҡытында күреү, йәш спортсыларға тейешле шарттар булдырыу мөһим. Был йәһәттән Хәлил ҡыҙҙарына тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшә ала. Әммә спорт залының бәләкәй булыуы ғына ҡамасаулай.

Илдар Байбулатов