Стәрлетамаҡ театрына уға нигеҙ һалыусы шәхес Илшат Йомағоловтың исеме бирелде

Быйыл РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисына 90 йәш булыр ине.

Юбилей айҡанлы Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе бинаһында драматург иҫтәлегенә бюст асылды. Илшат Хәлил улын бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, уҡыусылары йылы һүҙ менән иҫкә алды. Дрматургтың пьесалары республика театрҙарында ғына түгел, Рәсәй сәхнәләрендә лә аншлаг менән барҙы. Ул яҙған «Нәркәс»трагедияһы мәртәбәле театраль фестивалдәрҙә еңеүсе булды.

Актер булараҡ та Илшат Йомағолов иҫтәлекле ролдәр авторы, остаз бер нисә быуын артистарын тәрбиәләне. Бюст асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтар шәхес тормошо һәм ижадына арналған күргәҙмә менән танышты, уның пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡараны.

Лилиә Мәҡсүтова