Башҡортостанда ауыл тренерҙарына грант күләме арта

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “Ауыл тренеры” программаһы буйынса спорт белгестәренә 1 миллион һум тапшырыла. Быға тиклем сумма 600 мең һум ине. Бындай программа ауыл ерендә спортты үҫтереүгә булышлыҡ итә, ти Хәйбулла районының Әбеш урта мәктәбенән физкультура уҡытыусыһы, тренер Ғәбит Ҡускилдин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Ауыл тренеры” программаһы 2020 йылда булдырылды. Ауыл, ҡасаба йәки бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән спорт белгестәренә грант тапшырыла.