Ҡырым күперендә шартлау булған

Ҡырым  күпере аша хәрәкәт туҡтатылды.  Унда яғыулыҡ менән тимер юл цистернаһы  янып  киткән. Шулай  уҡ автомобиль юлына  зыян  килеүе тураһында  хәбәр ителә. Әле  был  хәл сәбәптәре  асыҡлана. Террорға  ҡаршы милли комитеттан  хәбәр итеүҙәренсә, күперҙә  йөк  машинаһы шартлатылған.  Ил президенты  Владимир Путин  был  хәлде  тикшереү  өсөн хөкүмәт комиссияһын ойошторорға  ҡушты.