Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы 464 шылтыратыу ҡабул иткән

Ул 26 сентябрҙән эшләй. Юридик консультация бирелә, шулай уҡ психиолог кәңәшен алырға мөмкин. Ирекмәндәр йорттағы эштәрҙә ярҙам күрһәтә, аҙыҡ-түлек, дарыу килтерә, балаларҙы ҡарау, мәктәптән ҡаршы алыу кеүек эштәр башҡара. Волонтерҙар штабы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, яҡындарына һәр төрлө  ярҙам күрһәтеү өсөн булдырылды. Республикала 64 ошондай штаб эшләп килә. Уларға көн һайын иртәнге  9-ҙан  18 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә  була. Шылтыратыуҙар 8-800-201-89-03 һандарына ҡабул ителә. Өфөлә шулай уҡ мобилизацияланғандар һәм  үҙ ирке менән ҡораллы көстәргә барыусылар өсөн посылкалар ҡабул итеү пункттары булдырылған.