Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
«Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор менән бергә яҡташтарыбыҙ урынлашҡан урынға барып еткән. Улар яугирҙарға өйҙәренән күстәнәс, хаттар килтергән.
Шулай уҡ егеттәр менән аралашып, уларға әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтә. Әле хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр исемлеге төҙөлә. Беҙ гуманитар ылау әҙерләйбеҙ, тиҙҙән уны алғы һыҙыҡҡа оҙатабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!» – тип яҙған Башҡортостан башлығы.