Дөрөҫ, ике көн генә. Баш ҡалаға ошо исем аҫтында йөрөгән мобиль мультимедиялы интерактив музей килде.
Өфө халҡы Валериан Альбанов музейы алдында ойошторолған экспозицияла полярниктар тормошо, данлы экспедициялар, арктикала йәшәүсе халыҡ көнитмеше, ундағы хайуандар донъяһы менән таныша ала.
«Арктикала каникулдар» марафоны Мәскәүҙән старт алып Рәсәйҙең ете төбәгендә үтәсәк. Тәгәрәмәсле экспозиция музей Өфөгә тиклем Түбәнге Новгород, Ҡазан, Пермь ҡалалаларында булып өлгөргән. Беҙҙән иһә эстафетаны Тула ҡабул итә. Автобус-музейға килеүселәр Арктика буйлап виртуаль сәйәхәткә сыға ала.
Ниндәй генә интерактив булмаһын арктика тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер музейға ғына һыйҙырырлыҡ түгел. Урамда ҡоролған төньяҡ халыҡтары тирмәһе эсендә көнкүреш шарттары менән дә танышырға мөмкин. Балаларға шулай уҡ билдәле сәйәхәтселәр, арктикаға экспедиция ойошторосылар, ҡотопсолар менән танышыу мөмкинлеге тейәсәк.
Айнур Кәбиров