Шәмбе иртәһендә Ҡырым күперенең автомобилдәр өсөн өлөшөндә йөк машинаһы шартлаған

Терроризмға ҡаршы милли комитет хәбәр итеүенсә, шәмбе иртәһендә Ҡырым күперенең автомобилдәр өсөн өлөшөндә йөк машинаһы шартлаған. Ул үҙ сиратында эргәләге яғыулыҡ тултырылған ете тимер юл цистернаһының яныуына килтергән.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә транспорт хәрәкәте туҡтатылған. Шуға ла Ҡырымда ял итеүсе һәм диңгеҙ буйына йыйынған Башҡортостан халҡы өсөн «ҡыҙыу бәйләнеш ойошторолдо.

Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте. Бынан тыш, борсоған һорауҙар менән Туризм буйынса федераль агентлыҡ телефоны буйынса ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.