Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, битум һәм дизель яғыулығы, ағас материалдары, иген һатыу буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. 30 компания вәкилдәре 150 осрашыуҙа ҡатнашҡан. Быйыл алты айҙа Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа 60 процентҡа артҡан. Уның ҙур өлөшө экспортҡа тура килә.