Республика вәкилдәре уҙған йылда ла иң юғары наградаға лайыҡ булғайны. Быйыл Башҡортостан күргәҙмәлә иң ҙур экспозияларҙың береһен әҙерләне. Умартасылыҡ темаһы һайланды. Башҡортостан предприятиелары форумда әүҙем ҡатнашты, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Республикала етештерелгән продукция 67 алтын, 37 көмөш һәм 14 бронза миҙал менән баһаланды.