Өфө Республика көнөн уҙғарыуға әҙерләнә

Ошоға бәйле ҡалала транспорт  йөрөшө  сикләнде. Бөгөн Совет һәм Пушкин урамдарының Совет майҙанына яҡын булған өлөштәре ябылды. Сикләү иртәгә лә көн буйы ғәмәлдә була. Майҙанда Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асыла. Шулай уҡ бөгөн кис һәм иртәгә 13 сәғәткә тиклем "Торатау" конгресс-холы янында машина ҡалдырырға ярамай. Был Шәйхзада Бабич  һәм  Салауат Юлаев һәйкәлдәренә  сәскә һалыу сараһы менән бәйле.