Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында 952 шылтыратыу ҡабул ителгән

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов хәбәр итте.

Мөрәжәғәт итеүселәр башлыса резервистарға посылка оҙатыу, йыйылған әйберҙәрҙе хәрби уҡыу үҙәктәренә еткереү һорауҙары менән шылтыратҡан.

Оператив кәңәшмәлә республика көнөнә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостанда ойошторолған сараларҙан тыш, өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттар өсөн дә программа ойошторола. Артистар агитбригадаһы 11 октябрҙә һалдаттар өсөн Ҡазан, Һарытау, Елань, Пенза, Вольск ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.

Флорида Ким