Баш ҡала пункттарында мобилизацияланған ир-егеттәргә посылка йыйыу тәртибе үҙгәрҙе

Бынан ары үҙ ирке менән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға – Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальон һалдаттарына ла кәрәкле әйберҙәр ебәреү мөмкинлеге бар.

Бандероль хужаһына барып етһен өсөн, хәрбиҙең мәғлүмәттәрен яҙырға кәрәк. Йылы кейем-һалым, бирсәткә, фонарик, йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡтар һәм башҡа әйберҙәрҙе Совет районының балалар һәм үҫмерҙәр клубына килтерергә мөмкин.

Һәр районда ошондай клубтар эшләй, теләгән кеше яҡындарына кәрәкле әйберҙәр ебәрә ала. Шуныһы ҡыуаныслы, бөтөнләй сит кешеләр ҙә был ярҙамда ҡатнаша. Посылкаларҙы аҙнаһына бер тапҡыр – кесаҙна оҙатабыҙ. Киләһе ылау 13 октябрҙә.

Ольга Спирина, «Апельсин» балалар-үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы директоры

Лилиә Мәҡсүтова