Орден-миҙалдарҙы, Рәхмәт хаттарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Республика өсөн уҙған ике йыл еңелдән булманы, шуға ҡарамаҫтан төбәк ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Быға бөгөн залда йыйылған хеҙмәт алдынғыларының ҡаҙаныштары асыҡ дәлил, тине Радий Хәбиров.
Оператор, коллегабыҙ Вадим Исламов Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Ул ике ай дауамында Донецк республикаһында комадировкала булып, урындағы ваҡиғаларҙы яҡтыртты.
Бер залда Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр – уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы белгестәре йыйылды. Барлығы етмештән ашыу кешенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.