Аҙна аҙағына тиклем турникеттар асыҡ

«Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы Рәсәй машина төҙөүселәре ойошторған «Асыҡ турникеттар» акцияһында ҡатнаша.

Уның сиктәрендә мәктәп уҡыусылары, студенттар ойошмаға килеп производство менән таныша ала. Бөгөн сәнәғәт предприятиеһында Өфөнәң 96-сы лицейы уҡыусылары булды.

9-сы класс уҡыусылары өсөн экскурсия инструменттар яһау цехынан башланды. Завод производствоһы өсөн үҙе эш ҡоралдары етештерә. Әйтергә кәрәк, был – иң яңы цехтарҙың береһе. Эш процессы компьютер аша көйләнә. Заманса ҡоролмалар тәүлек әйләнәһенә тынмай, тиергә мөмкин.

Уҡыусылар ойошмала тәүге тапҡыр. Цех етәксеһе уларға эш үҙенсәлектәрен аңлатты. Ҡорамалдар етештереүҙе бигерәк тә егеттәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Улар деталдәрҙе үлсәп ҡараны.

Миңә экскурсия, әлбиттә, оҡшай, адвокат булырға хыялланам. Кәрәк булһа, бында эшкә килергә була икән. Ҡалабыҙҙағы заводҡа индереп ошондай мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтлемен.

Евгений Малакерев, Өфө ҡалаһының 96-сы лицейы уҡыусыһы

«Гидравлика» – Башҡортостанға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ржев ҡалаһынан эвакуацияланған завод. Бында ҡасандыр 19 мең эшсе иҫәпләнһә, әле улар ике меңдән ашыу. Предприятиела эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Ошондай акциялар ярҙамында йәштәрҙе инженер-техник һөнәрҙәргә ылыҡтырыу маҡсаты тормошҡа ашырыла. Бында килергә теләүселәр өсөн уҡытыу программаһы ла бар.

Машина төҙөү тармағындағы башҡа ойошмаларҙағы кеүек үк беҙгә токарҙәр, фрезеровкалаусылар, станок көйләүселәр етмәй. Мобилизациялау башланғас та беҙгә эшкә килергә теләүселәр күбәйҙе. Продукцияға заявкалар ҙа артты.

Сергей Емелёв, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһының йәштәр менән эшләү буйынса белгесе

Уҡыусылар завод музейында уның тарихы менән танышты. Кәштәләргә предприятиела етештерелгән сәнәғәт тауарҙары менән бергә көнкүрештә ҡулланыла торғандары ла ҡуйылған. Совет заманында был завод уйынсыҡтарҙан алып газ плитәләренә тиклем әйберҙәр етештергән. Электр лампалары, сәйнүктәр һәм башҡаһы ул саҡта Ҡытайҙан ташылмаған, Өфө уртаһында, үҙебеҙҙә эшләнгән.

Мин был завод менән танышҡас ғорурланып ҡуйҙым. Ил өсөн мөһим продкукция эшләп сығарыла. Мин үҙемде лә уның хеҙмәткәре итеп күрергә теләр инем.

Даниил Пашковский, Өфө ҡалаһының 96-сы лицейы уҡыусыһы

Ойошма тауары ассортименты – 2 мең тирәһе. Рәсәйҙә сығарылған һәр һауа карабында «Гидравлика»ла етештерелгән изделие бар. Заводта самолеттар өсөн яңы программалар буйынса ла етештереү линияһы алып барыла.

Рәмилә Исмәғилева