Благовещен районында был йүнәлештә эш 2019 йылдан башланған. Райондың 10 мәктәбендә үҫмерҙәргә фән, техника, экология өлкәһендә белем тупларға мөмкин.
Яңы уҡыу йылынан Благовещен ҡалаһының 2-се мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылған. Бында һәләтле үҫмерҙәр физика, химия, биология фәндәрен төплө өйрәнһен, төрлө тәжрибәләр үткәрһен өсөн ҡорамалдар һатып алынған. Уҡыусылар экология йүнәлешендә лә уңышлы тәжрибә яһай.
Хужалыҡта ҡулланылған пенопластан елем һәм төҫлө буяу алырға өйрәнә. Бынан тыш, ирекмәндәр «Ҡарағай» мәктәп урман хужалығында, мәктәп яны тәжрибә участкаһында практик күнекмәләрҙә ҡатнаша. «Үҫеш нөктәһе»нә һатып алынған компьютерҙар ярҙамында коммуналь хужалыҡтың Башҡортостан архитектура төҙөлөш колледжы менән интернет аша хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге лә булдырылған.
Үҫмерҙәр робототехника менән дә теләп шөғөлләнә. Был робот ярҙамында бәләкәй өңдәрҙә йәшәгән йән эйәләрен күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ компьютер технологиялары менән махсус датчиктар ярҙамында физиологик торошто өйрәнергә була. «Үҫеш нөктәһе»ндә шөғөлләнеүселәр үҫемлектәрҙе тамсы системаһы менән һуғарыу һөҙөмтәле икәнен дә яҡшы белә.
Гүзәл Борханова