«Шағир көндәлеге» фильмының премьераһы үтте

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Шағир көндәлеге» фильмының премьераһы үтте. «Беренсе республика» трилогияһына ингән кинокартина шағирҙың 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан төшөрөлгән.

Фильмда Рәми Ғариповты төрлө йәштә Арыҫлан Ҡырымсурин, Линар Бәйетов һәм Артур Ҡунаҡбаев уйнай. Төп ролде башҡарыусыларҙың береһе өсөн был кино сәнғәтендәге тәүге роль булһа, икенселәргә сираттағы тәжрибә.

Фильмды төбәк башлығы, республиканың мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ярҙамында Әмир Абдазаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы төшөргән. Был башҡорт кинематографияһында халыҡ, меценаттар, дәүләт менән берлектә ижад ителгән тәүге кинотаҫма. 2019 йылда йәмғеһе ике миллионға яҡын аҡса йыйылған. Картиналар Өфө, Һамар ҡалаларында һәм Шишмә районында төшөрөлгән. Ул ҙур экрандарға 22 октябрҙән сыға.

Фильмды төшөрөүҙең төп эштәре былтыр башланды. Уға тиклем беҙ матди ярҙам тупланыҡ. Фильм башлыса ваҡиғалар түгел, шағирҙың эҙләнеүҙәре тураһында. Картина ярҙамында ҡыҙыҡлы, уникаль шәхестең эске донъяһын асырға тырыштыҡ. Ошо маҡсатта уның шәхси көндәлегендәге яҙмаларҙы файҙаландыҡ.

Булат Йосопов, “Шағир көндәлеге” фильмының ҡуйыусы режиссеры

Рәзилә Ғиниәтуллина