Ошо исем аҫтында Өфөлә быйыл августа Себер ҡалаһында пленэрҙа булған 10 рәссамдың күргәҙмәһе асылды.
Ҡылҡәләм оҫталары аҙнанан ашыу ваҡыт дауамында боронғо ҡаланың архитектура ҡоролмалары һәм биналары, ҡала күренештәре һәм урындағы тәбиғәтте төшөргән. Картиналар төрлө стилдә һәм йүнәлештә башҡарылған - акварель, май буяуҙары менән графика жанрында ижад ителгәндәре лә бар. Сәнғәт белгестәре фекеренсә, үҙенсекле ижади экспедиция ике төбәктең рухи бәйләнештәрен нығыта.
Танылған акварелист Ләйсән Рәхмәтуллина әйтеүенсә, рәссамдар төрлө һауа шарттарында ла мольберт менән буяуҙарынан айырылмаған. 3 быуаттан ашыу торған боронғо биналар рәссамдарҙы емешле ижадҡа илһамландырған. «Тобольскиҙы тергеҙеү» фонды ярҙамында ойошторолған плэнер һөҙөмтәләре менән республика рәссамдар союзының бәләкәй залында октябрь аҙағына тиклем танышырға мөмкин.
Гөлдәриә Йосопова