Өфөгә Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский килде

Иртәгә ул Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыуҙа ҡатнашырға иҫәп тота.

Бөгөн ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Республика етәксеһе Президент ярҙамсыһына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шаймортовтың исемен мәңгелештереүгә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Вы на самом деле сделали очень многое для увековечивания памяти нашего нционального героя, очень много было изысканий, исторических работ, жители Кармаскалинского района признательны Вам за оказание содействияпостроения памятника в родной деревне генерала Шаймуратова и в целом многое многое сделали для этого.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Шулай уҡ бөгөн Владимир Мединский Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәттең Башҡортостан бүлеге ултырышында ҡатнашты. Һөйләшеүҙә патриотик тәрбиә, Ватан мәҙәниәте мираҫын, тарихи хәтерҙе һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. Журналистар менән аралашҡанда Владимир Мединский тағы ла бер тапҡыр Миңлеғәле Шайморатов республика өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн әһәмиәтле шәхес булыуын билдәләне.

Шайморатов минең ҡарашҡа, заман малайҙары өсөн нисек йәшәү, нисек итеп тыуған илде һөйөү , ғөмүмән, ауыр хәлдән сығыуҙа лайыҡлы үрнәк, ғорурлыҡ булып тора.

Владимир Мединский, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы

Айнур Кәбиров