Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, сит илдәр баҫымына ҡарамай ике республика араһында хеҙмәттәшлек нығый.
Беларусь республикаһына быйыл ғына 6 рәсми денлегация барған. Ике яҡ араһындағы компаниялар 4 миллион долларға еткән килешеүҙәр һәм контракттар төҙөгән. Баш ҡалала «Амкодор» ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереүсе завод барлыҡҡа килеүе лә ошо эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.
Башҡортостан менән Гомель өлкәһе араһындағы тауар әйләнеше быйыл 1 миллиард 800 миллион һумға еткән. Былтырғы менән менән сағыштырғанда, үҫеш 170 процент. Уны арттырыу мөмкинлектәре лә юғары. Сит ил партнерҙары беҙгә ташламалы хаҡҡа ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ өсөн кәрәк-яраҡтар һатырға әҙер. Бөгөн үк һөтсөлөк ҡорамалдарына 5 процентлыҡ ташлама биреү тураһында килешеү ҙә төҙөлдө. Дөйөм алғанда Белоруссияның Гомель өлкәһе менән Башҡортостан араһында төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек буйынса ун бер килешеүгә ҡул ҡуйылды
Айнур Кәбиров