Белоруссия эшҡыуарҙары Башҡортостандың бер нисә предприятиеһы менән танышты

Бизнес миссия ағзалары һөт, он, кондитер изделиелары һәм туңдырылған аҙыҡ-түлек өсөн полимер ҡаптар эшләүсе компания эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Тап ошо предприятие Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Тажикстан һәм Үзбәкстанға әҙер продукция оҙата. Сит ил вәкилдәре Башҡортостандағы берҙән -бер ҡатырға ҡаптар эшләүсе предприятиены ла барып күрҙе. Был цехтарҙа тотош Советтар союзына танылған «Сода» ҡаптары етештерелә.

Белоруссия ҡунаҡтары баш ҡаланың һөт етештереү заводына ла барҙы. Бизнес миссияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ике республика төрлө тармаҡта ла хеҙмәттәшлек итә ала, әммә һөтсөлөк ике яҡты берләштергән йүнәлеш.

Айнур Кәбиров