Онотолмаҫ батырлыҡ. Башҡортостан летчиктары бөгөн «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнде. 25 йылдан ашыу ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, Константин Бузанов, Петр Филипов, Салауат Хәбиров һәм үлгәндән һуң Владимир Былда дәүләт наградаһына лайыҡ булды.
Яҡташтарыбыҙ күккә күтәрелгәндән һуң двигателе яна башлаған самолетты ултырта, йәмғеһе 63 кешенең ғүмерен ҡотҡара. Йылдар үтһә лә, уларҙың ҡаһарманлығы онотолмай, тарихи ғәҙеллек тергеҙлергә тейеш тине Радий Хәбиров бөгөн бүләкләү тантанаһында.
ТУ 134 самолеты юғары тиҙлек алып, һауаға күтәрелә. Шул ваҡытта көслө шартлау яңғырай. Һуңынан асыҡланыуынса двигателгә һыу ҡоштары эләгә. Авиалайнер экипажы осошто дауам итергә тигән ҡарар ҡабул итә, сөнки аҫта диңгеҙ ята
1996 йылдың 23 авгусында Анапа-Өфө рейсы менән ял итеүселәр тыуған яҡтарына юллана. Әммә һауаға күтәрелгән самолеттың тиҙлеге ҡапыл түбәнәйә. Пилоттар бер двигатель менән бортты горизонталь осошҡа күсерергә ҡарар итә, кире боролоп, лайнерҙы ювелир оҫталығы менән ергә ултырта. Һөҙөмтәлә яҡташтарыбыҙ 57 пассажирҙы үлемдән аралап ҡала.
26 йыл үтеүенә ҡарамаҫтан, награда үҙ геройҙарын тапты. ТУ-134 һауа судноһының экипажына бөгөн батырлыҡ ордендары тапшырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4 пилот араһынан Владимир Былда был тантаналы ваҡиғаны күрә алманы. Уның наградаһы ҡыҙы Натальяға тапшырылды.
Алыҫ 1996 йылда Экипаж пассажирҙарға хәүеф янауы тураһында иҫкәртмәй. Аэропортҡа килеп төшкәс тә рейстың тотҡарланыуын техник сәбәптәргә бәйле тип кенә аңлаталар. Башҡортостан пилоттары авиакомпания етәкселеге тарафынан ни бары рәхмәт һүҙҙәре менән генә билдәләнә. Ниһайәт, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы геройҙар, үҙ эшенең белгестәре тейешле наградаларын ҡулдарына алды.
Йылдар үтһә лә, Ту 134 һауа лайнеры экипажы ул ҡурҡыныс көндө тулҡынланып хәтерләй. 18 минутлыҡ осоу ваҡытының һәр секундын иҫләйбеҙ ти пилоттар. Фажиғәнән беҙҙе ышаныслы самолет, эшебеҙгә профессиональ ҡараш һәм мөғжизә аралап ҡалды ти экипаж ағзалары. Башҡортостан үҙ геройҙарын онотмай, тине Радий Хәбиров.
Онотолған пилоттар исеме лә тыуған яҡҡа геройҙарса әйләнеп ҡайтты. Башҡорт экипажының батырлығы киләсәк быуын өсөн оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Лилиә Мәҡсүтова