Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәр һәм хеҙмәт алдынғыларына Шайморатов орденын тапшырҙы

Бөгөн Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асыу сараһында юғары награда тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында ғалим Илгиз Солтанморатов булды. Ул үҙ теләге менән Донбаста махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтты. Шайморатов ордены оло ғорурлыҡ уята, ти Илгиз Солтанморатов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шайморатов орденына лайыҡ булғандар араһында беҙҙең коллегабыҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Азат Саҙрыев бар. Ул бер нисә тапҡыр Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында командировкала булды.