Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә өҫтәмә 30 төр ярҙам сараһы тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.
Радий Хәбиров был турала бөгөн Республика көнөнә арналған ултырышта белдерҙе. Сарала Татарстан, Чечня, Донецк, Ҡалмыҡ республикалары, Рәсәй ҡалалары делегациялары ла ҡатнашты. Ултырышта хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаттары билдәләнде. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Республика көнөнә арналған ултырыштың үҙенә генә хас йылыһы, йәме бар. Тап ошо сарала Башҡортостан үҫешенә төрлө осорҙа тос өлөш индергән дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, министрлыҡ-ведомство етәкселәрен, билдәле шәхестәрҙе күрергә мөмкин. Быйыл залға махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡаһарман яугирҙарҙың ғаиләләре лә саҡырылған. Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары хаҡындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Эш урындарын һаҡлау, кредит буйынса ташлама, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр кеүек федераль гарантияларҙан тыш Башҡортостан 30 төр ярҙам күрһәтәсәк.
Республика көнөнә арналған ултырыш Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын тапшырыу менән дә иҫтәлекле. Быйыл ул өс ижади коллективҡа тапшырылды. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге юғары дәүләт наградаһына «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн «Архтамға» бюроһы , «Заһир Исмәғилевтың алтын мираҫы» проекты өсөн Башҡортостан Милли оркестры хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр исемлегендә «Салауат вариҫтары бишермәй» спектаклен сәхнәгә сығарған ижади төркөм дә бар.
Ултырышта Башҡортостандың үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары ла бүләкләнде. Улар араһында төрлө тармаҡ вәкилдәре бар, ғалимдар, табиптар, сәнғәт әһелдәре. Исемдәре Республика, ил, хатта донъя кимәлендә билдәле шәхестәр. Миҫал, бар ғүмерен театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған, йөҙҙәрсә сағыу ролдәр тыуҙырған Фидан Ғафаров, күҙ хирургияһы өлкәһендә үҙенсәлекле асыштар яһаған, халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған Эрнст Мулдашев йәки ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең вице-чемпионы, Мәләүез районы Нордовка ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ишикәев. Һәр береһенең исеме Башҡортостан тарихына яҙылған, улар бөгөн дә илем, халҡым тип йәшәй.
Республика башлығының телмәрендә рекордлы күрһәткес тигән һүҙ ҙә бер нисә тапҡыр яңғыраны. Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан Башҡортостан иҡтисады күтәрелеш кисерә. Торлаҡ төҙөү, сәнәғәт етештереү, инвестициялар йәлеп итеү, юлдар, күперҙәр һалыу буйынса ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
Республика көнөнә арналған ултырыш сәхнә оҫталарының сығышы менән тамамланды, быйылғы концерт программаһы илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Был аңлашыла, бөгөн һәр кем ил яҙмышы менән йәшәй.
Республика көнө быйыл ҡатмарлы шарттарҙа, һынылышлы осорҙа үтә. Әммә ауырлыҡтар халыҡты сыныҡтыра, илһөйәрлек тойғоһон көсәйтә, рухын нығыта ғына. Сөнки бөгөн һәр беребеҙ яҡыш аңлай: беҙ берҙәмлек менән генә көслөбөҙ. Йәмғиәтте тарҡатыуға юл ҡуймағанда ғына бар һынауҙарҙы ла еңеп сығырға мөмкин. Айырылғанды айыу, бүленгәнде бүре ашар тигән мәҡәлдең мәғәнәһе бөгөн айырыуса ҡиммәт.
Рәмзиә Кәримова