Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәрҙең тәүге төркөмө хәрби бурыс үтәү урынына юлланған

Был мәғлүмәтте Радий Хәбировтың Пензалағы «хәрби эштәр» буйынса кәңәшсеһе Юрий Орда раҫланы. Яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлектәрен Ҡырымда дауам итәсәк.

Республика көнө бөгөн хәрби уҡыуҙар үткәрелгән урындарҙа ла билдәләнде. Радий Хәбиров ҡушыуы артистар агитбригадалары Рәсәйҙең биш төбәк гарнизонында сығыш яһаны. Сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бергә Свердловск өлкәһендәге Ватан һаҡсыларын ҡотларға төрлө район вәкилдәре лә килде. Улар мобилизацияға йәлеп итеүселәрҙең туғандарының сәләмен һәм күстәнәстәрен еткерҙе.

Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған ир-егеттәр палаткалар ҡаласығында йәшәй. Һауа торошо һалҡынса тороуға ҡарамаҫтан, ил һаҡсылары өшөмәй. Сөнки уларҙың һәр береһе мейес менән йылытыла, ә инде ярылған утын яңы йылға тиклем етә.

Ошондай уҡ ялан шарттарында медицина пункты ойошторолған. Талап ителгән осраҡта хәрбиҙәргә табипҡа тиклемге беренсе ярҙам күрһәтелә, үҙҙәре лә медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Яҡташтарыбыҙ алдында хәрби хеҙмәт осоронда алынған белемде иҫкә төшөрөү һәм нығытыу бурысы тора.

Илдар Байбулатов