Окоп ҡаҙыу өсөн көрәк, эш ҡоралдары, йылы кейемдәр – Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм мобилизацияланған граждандарға гуманитар ярҙам ойошторола. Изге эштә «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең муниципалитеттарҙағы бүлектәре, ирекмәндәр штабы һәм меценаттар, дөйөм алғанда, бөтә республика халҡы ҡатнаша.
26 сентябрҙән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы гуманитар ярҙам ебәрергә теләүселәрҙән шылтыратыуҙар ҡабул иткән. Махсус операцияла ҡатнашҡандарға һәм әле хәрби уҡыуҙар үтеүселәргә уларҙың яҡындарынан, шулай уҡ битараф булмаған граждандарҙан посылкалар туплана.
Гуманитар ярҙам ойоштороу пунктына көн һайын республика төбәктәренән посылкалар тейәгән машиналар килә. Иглин районы Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙағы һалдаттарға әйберҙәр әҙерләгән. Махсус операцияла Иглиндан 15 кеше ҡатнаша, шул иҫәптә бер табип.
Хәйриәнән эшҡыуарҙар, меценаттар ҙа ситтә ҡалмай. «Өфөләге Олимп» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы бер миллион һумлыҡ гуманитар ярҙам оҙата. Улар палаткалар, бензин бысҡылары, ут яғыу өсөн балондар һәм аҙыҡ- түлек, медицина препараттары килтергән.
Гуманитар ылау Донбасҡа һәм хәрби уҡыуҙар үткәрелеүсе пункттарға тиҙҙән ебәреләсәк. Был йәһәттә һорауҙар 8-800-201-89-03 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Рәмилә Исмәғилева