Башҡортостан башлығы ҡотлау һүҙҙәрен социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.
«Республика көнө менән, дуҫтар! Байрам менән, тыуған республикам! Байрам менән, хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Барыһын да ысын күңелдән ҡотлайым! Бөгөн – Башҡортостан Башлығы булып эшләүемә дүрт йыл.
Ҡәҙерле Башҡортостан халҡы, бөгөн мин һеҙгә тәү сиратта күрһәткән ышанысығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Артабан да республика именлеге өсөн эшләйбеҙ. Алға, Башҡортостан!» – тип уртаҡлашты Радий Хәбиров ҡотлау сәләмендә.
Флорида Ким