Республика көнө алдынан Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлесәһе өфөләргә ҙур бүләк яһаны.
Башҡортостан төбәк юристар ассоциацияһы ойошторолоуға 15 йыл тулыу уңайынан Өфөнөң Дәүләткилдиев бульварында муйыл ағастары ултыртылды. Бында ҡала халҡы уңайлыҡтары өсөн бөтәһе лә ҡаралған. Тигеҙ тротуарҙар түшәлгән, иң мөһиме: урам яҡтыртыла.
Артабан Өфө ҡала хакимиәте вәкилдәре, депутаттар «Өфө муйынсағы» маршруты буйынса төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре менән танышты. Велосипед һәм йәйәүлеләр өсөн асфальт юл, тематик туҡталҡалар һәм күҙәтеү нөктәһе «Өфө муйынсағы» проектын халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлы итә. Үҙенсәлекле парк зонаһын төҙөкләндереү халыҡ ихтыяжын иҫәпкә алып, йыл эсендә тормошҡа ашырылған.
Гүзәл Борханова