Рәсәй Көнбайышҡа аҙыҡ-түлек эмбаргоһын тағы бер йылға оҙайтты

Ил президенты ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Көнбайыш илдәренән ит, йәшелсә-емеш, балыҡ һәм башҡа продукция алынмай. Рөхсәтһеҙ индерелгән аҙыҡ-түлек юҡ ителә. Рәсәй эмбаргоһы Көнбайыш санкцияларына яуап итеп 2014 йылда индерелде, йыл һайын оҙайтылып килә.