Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң Почетлы гражданы Фидан Ғафаровҡа 75 йәш

Ул ярты быуаттан ашыу ғүмерен театрға бағышланы. Бик күп спектаклдәрҙә төп ролдәр башҡарҙы. Ижадсы оҫта йырсы булараҡ та танылыу яуланы. Башҡортостан Башлығы Указа буйынса театр сәнғәтенә индергән тос өлөшө өсөн Фидан Сафа улына Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды. Фидан Ғафаров тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фидан Ғафаровтың юбилейына арналған кисә 14 октябрҙә була. Был көндө Мәжит Ғафури исеменәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Бәхет хаҡы” спектаклен тәҡдим итә.