Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға 250-нән ашыу кеше яҙылған

Доброволецтарҙы йыйыу өсөн Ишембай ҡалаһында ла штаб асылды. Ул Йәштәр һарайы бинаһында эшләй. Өфөгә барыһы ла килеп етә алмай, шуға бында ла штаб төҙөргә ҡарар ителде, тип белдерҙе отрядты ойоштороусы Артур Йомағужин. Республикала Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ирекле батальондар булдырылды. Әле яугирҙар махсус хәрби операцияла ҡатнаша.