Бөгөн Республика Башлығы хакимиәтеетәксеһе Максим Забелин белем биреү ойошмалары директорҙарына яңы техника асҡыстары тапшырҙы. Заманса йыһазландырылған ГАЗ автобустары 15 районға бирелә. Улар араһында Асҡын, Баймаҡ, Бөрйән, Буздәк, Иглин, Нуриман һәм башҡалары бар. Әле республикала 1 мең 465 мәктәп автобусы иҫәпләнә. Улар 872 маршрут буйынса 50 меңдән ашыу баланы ташый.