Шулай уҡ башҡа йүнәлештәрҙә лә бәйләнештәрҙе нығытыу ҡарала. Берлектәге проекттар тураһында һүҙ бөгөн республика Башлығы Радий Хәбировтың Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских менән осрашыуында ла барҙы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, һуңғы осорҙа сит ил компаниялары менән хеҙмәттәшлектә мауығып төбәк-ара бәйләнештәр иғтибарҙан ситтә тороп ҡалды. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә лә иҡтисады үҫешкән, уңышлы проекттарҙы тормошҡа ашырған төбәктәр бар. Ульяновск – эшҡыуарлыҡ, туризм үҫешкән өлкә, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ эш йүнәлештәре бихисап.
Мәҫәлән, Ульяновск өлкәһендәге инновация үҙәге, уны төбәктең ғорурлығы тип әйтергә мөмкин. Башҡортостан делегацияһы ошо үҙәктең һәм ике махсус иҡтисади зонаның эшмәкәрлеге менән танышырға ниәтләй.
Шулай уҡ ауыл хужалығы, нефть эшкәртеү, кондитер ризыҡтары етештереү буйынса ла бәйләнештәрҙе киңәйтеү ҡаралған. Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских Башҡортостанға эш сәфәренең һөҙөмәтле булыуын билдәләне.
Ульяновск өлкәһе делегацияһы бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгенең эшмәкәрлеге менән дә танышты. Бында Башҡортостандың социаль-иҡтисади тормошон сағылдырған бар мәғлүмәттәр ус төбөндәге һымаҡ. Күрһәткестәрҙең бер урында тупланыуы стратегик проекттар әҙерләгәндә, көнүҙәк проблемаларҙы хәл иткәндә айырыуса мөһим.
Артабан ошонда уҡ Башҡортостан менән Ульяновск өлкәһе араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса кәңәшмә үтте. Ульяновск өлкәһенән Республикаға ҙур делегация килгән, ул завод-предприятие етәкселәрен, эшҡыуарҙарҙы берләштерә. Башҡортостан яуап сәфәре менән киләһе йыл ғинуар аҙағында барырға ниәтләй.
Рәмзиә Кәримова