Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов дин әһелдәре менән бергә Александр Доставалов исемендәге батальон урынлашҡан ергә барып еткән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Республика вәкилдәре тәүҙә госпиталдә булған. Унда яраланған һәм контузия алған яҡташтарыбыҙ ҡалмаған. Улар госпитализациянан баш тартып, медицина ярҙамынан һуң хәрби позицияларына әйләнеп ҡайтҡан. Бына шундай ныҡышмал һәм герой егеттәр. Ғорурланыбыҙ һәм сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ», – тип яҙған Радий Хәбиров.