Һарытыу өлкәһе гарнизонында ҡурай моңо яңғыраны

«Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө мобилизацияға йәлеп ителгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты.

Сәнғәт эшмәкәрҙәре хәрбиҙәрҙе Республика көнө менән тәбрикләп, репертуарҙарындағы билдәле йырҙарҙы башҡарҙы. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Был сәфәр Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолған.

Сөнки төбәк етәксеһе яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үткән урындарҙа концерт менән сығыш яһарға саҡырҙы. Рухи аҙыҡ бүләк итеүҙән тыш, артистар хәрбиҙәр менән аралашты. Уларҙың йәшәү урындары менән танышты, туғандарының сәләмен һәм күстәнәстәрен еткерҙе.