Республиканың егерме белем усағы автобуслы булды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин мәктәп директорҙарына яңы транспорт асҡыстарын тапшырҙы. Автобустар барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған, тахографтары бар, автоном рәүештә йылытыла. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

ПАЗ-ға алмашҡа «Газель Некст». Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы мәктәбе хеҙмәткәре Ринат Мөхәмәтшин Өфөгә яңы транспорт сараһы алырға килгән. Өс ауыл балаларын белем усағына йөрөткән тәжрибәле водитель өсөн был күптән көтөп алынған ваҡиға.

Республика йорто алдында 20 мәктәп автобусы асҡыстары тапшырылды. Барлыҡ транспорт саралары төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә алынған. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.

Асҡын районына өс яңы транспорт сараһы юллана. Петропавловка ауылы белем усағы водителе Айрат Ғәйфуллин көн һайын  72 саҡрым ара үтеүен билдәләй. Ун йыл файҙаланыуҙа булған мәктәп автобусынан яңыһына күсеү уҡыусыларҙың да күптәнге хыялы булған.

Асҡыстар тапшырылғандан һуң мәктәп автобустары республиканың 15 районына юлланды. Иртәгәнән улар рейсҡа сыға. Төбәктә мәғәриф учреждениелары  автопаркын яңыртыу эше артабан да дауам итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина