Йөк машинаһы ике мең саҡырым юл үтеп, етем һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм балаларға алма һәм слива емештәрен алып килде. Татлы бүләк бөгөн үк адресатына барып етте. Балаларҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Хужалыҡ эштәре мөдире үҙенә йөкмәтелгән бурысты яуаплы башҡара. Әбйәлил районынан килгән машина «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге балаларына емеш тейәй. Ҡырым парламентынан 14 йәшник слива һәм 8 йәшник алманы социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре бөгөн үк алып ҡайтып, балаларҙы һыйларға ниәтләй.
Татлы емештәр беренселәрҙән булып баш ҡаланың «Йәйғор» социаль һәм коррекция ярҙам үҙәге тәрбиәләнеүселәрен ҡыуандырҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хуш еҫле алмаларҙы яратып ашаны. Ашнаҡсы шунда уҡ балаларға емештәрҙән компот ҡайнатты. Витаминдарға бай емештәр көҙгөһөн айырыуса файҙалы тигән фекерҙә тәрбиәселәр.
Һәр балаға өс килограмм ярым алма һәм слива тура килә. Барлығы 10 тонанан ашыу емештәр республиканың 28 социаль учреждениеларына оҙатылды.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Ике республика дуҫлығы был һүҙҙәрҙе эш менән дәлилләй.
Лилиә Мәҡсүтова