Быйыл биш номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Гран-приҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев яуланы. Милләтебеҙҙең йөҙөн ҡәҙерләп тергеҙгән замандаштарыбыҙ менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалистарының һоҡландырғыс коллекцияһы. Тәүгеләрҙән булып халыҡ иғтибарына Өфөнән Фәнисә Миңлеғәлимованың теген эштәре, биҙәүестәре тәҡдим ителде. Ейән-ейәнсәрҙәрен башҡорт образдарына кейендергән ханым «Балалар кейеменә реконструкция» номинацияһында өсөнсө урын алды.
Конкурстағы барлыҡ костюмдар ҙа музей экспонаттары, китаптар, фотоһүрәттәргә ҡарап тергеҙелгән. Һәр ырыуҙың үҙенә генә хас йөҙө һәм матурлығы күрһәтелде. «Балалар кейеменә реконструкция» номинацияһына килгәндә, еңеү яулаусы оҫта Өфөнән Алһыу Кинйәбаева.
«Тамға» конкурсына старт быйыл июлдә бирелгәйне. Өсөнсөгә ойошторолған сарала ҡатнашырға теләүселәр күп булған, өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән илле автор йомғаҡлау турына саҡырыла. Улар араһында халыҡ оҫталарынан тыш, профессиональ дизайнер, стилистар ҙа бар. Һәр коллекция алтынға торошло.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев 1886 йылғы тарихи фотоһүрәтте табып, башҡорт дворяны Фәхретдин Өмөтбаев образына реконструкция яһаған. Бер деталде лә ҡалдырмай, үҙ ҡулдары менән костюмдың теүәл күсермәһен яһауға теүәл бер йыл ваҡыт киткән. Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе лә бар – «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһендә Гран-при яулана. Еңеүсегә 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Күләмле сараға Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан республикаларынан билдәле дизайнерҙар саҡырылғайны. Ҡунаҡтар конкурс кимәлен юғары баһалап, хеҙмәттәшлек итеү тәҡдиме менән сыҡҡан.
Гөлназ Хәйбуллина