Ул иң тәүҙә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты.
Рәсми делегация һәм бизнес тармағы вәкилдәре эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсаттарын ҡуйҙы. Ульяновск өлкәһе делегацияһы заводтың уҡыу-уҡытыу үҙәктәре, лаборатория һәм конструкцияларҙы етештереү оҫтаханалары менән танышты.
Бынан тыш, Алексей Русских етәкселегендәге Ульяновск делегацияһы Өфө компрессор заводында булды. Күсмә форматта ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә транспорт өсөн ҡаралған азот станцияһы ҡоролмалары, компрессор агрегаттарҙы, күсмә заправка йыһаздарын етештереүҙе киңәйтеү һорауҙары ҡаралды. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға иғтибар артҡан осорҙа уртаҡ проекттарға төплө иғтибар бүленәсәк, тип билдәләнде.
Флорида Ким