Terra Bashkiria экскурсия автобусы маршрутында яңы туҡталыш

Хәҙер ул Өфөнөң Совет майҙанында ла туҡтаясаҡ. Республика көнөндә бында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм тыуған ил өсөн башын һалған яугирҙарға һәйкәл асылды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ике ҡатлы уңайлы транспорт менән баш ҡаланың тарихи урындары буйлап экскурсияла йөрөргә мөмкин. Автобус былтыр йәй йөрөй башланы. Ошо ваҡыт эсендә 20 меңгә яҡын турист хеҙмәтләндерелгән.

Terra Bashkiria башҡа илдәрҙән килгән рәсми делегацияларҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Әлеге ваҡытта автобус көҙгө-ҡышҡы теҙмә буйынса йөрөй, йәғни шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбе иртәнге сәғәт 10-да, көндөҙгө 1-ҙә һәм киске сәғәт 6-ла рейсҡа сыға.