Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының һәм уҡыусыларының күргәҙмәһе асылды

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт һәм графика факультетында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды.

Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбен алты тиҫтә йыл дауамында биш меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған. Улар араһынан билдәле архитекторҙар, төҙөүселәр, рәссамдар үҫеп сыҡҡан, 35 кеше – Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы. Күргәҙмәлә гуашь, акварель ысулдарынан тыш, линаграфюра, литография ысулдары менән ижад ителгән һүрәттәр айырым урын алып тора.

Абруйлы юғары уҡыу йорто залында күргәҙмә ойоштороу – ул беҙҙең мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн оло мәртәбә. Беҙҙең сығарылыш класы уҡыусыларына Өфө дәүләт сәнғәт иститутының һынлы сәнғәт бүлегенә инеү өсөн трамплин булып та тора.

Рәмил Ғәйфуллин, Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы

2-се һынлы сәнғәт мәктәбенең 60 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған күргәҙмәлә Рәмил Ғәйфуллин, Валерий Зәйнетдинов Р услан Сираев кеүек Өфөлә билдәлелек яулаған рәссамдар менән бер рәттән, сәнғәт серҙәренә төшөнөүсе уҡыусылар Раушан Кәримов, Софья Тарасованың да һүрәттәре ҡуйылған.

Был эшемдә мин Мәскәү метроһын сағылдырҙым. Төҫтәр ярҙамында хәрәкәтте бирергә тырыштым. Күмәк кеше йөрөгән ерҙә ковидтан һаҡланып, битлектә йөрөргә кәрәклекте лә күрһәттем. Был юғары уҡыу йортонда күргәҙмәлә ҡатнашыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Киләсәктә юғары белем алыу теләгем көслө.

Софья Тарасова, Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы

2019 йылдан Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбендә өс йүнәлештә: һынлы сәнғәт, декоратив биҙәү, дизайнер һөнәрҙәре буйынса 5 йыл дауамында уҡыусылар махсус әҙерлек үтә ала. Был һөнәри әҙерлек программаһы уҡыу процессын яңы кимәлгә күтәрергә булышлыҡ иткән.

Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбендә һуңғы йыл белем алам. Биш йыл эсендә төрлө техника ярҙамында 100 ашыу һүрәт төшөрҙөм. Киләсәктә тап ошо залда шәхси күргәҙмәмде ойошторорға теләйем, институттың һынлы сәнғәт факультеттына уҡырға инеү теләгем дә бар.

Артур Вәсимов, Өфөнөң 2-се һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы

Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында ойошторолған күргәҙмә белем усағының юбилейына төрлө йылдарҙа бында ҡыл ҡәләм серҙәренә төшөнөүсе һәләттәрҙән үҙенсәлекле бүләк тә булып тора.

Экспозиция «Уҡытыусылар һәм уҡыусылар» тип юҡҡа ғына аталмаған. Был күргәҙмәгә Һигеҙ төрлө техника ярҙамында ижад ителгән иң сағыу эштәр һайлап алынған. Был залда натюрморт, пейзаж, портреттарҙың иң уңышлы өлгөләре менән танышырға мөмкин.

Был күргәҙмәлә 59 эш ҡуйылған. Үҫмерҙәрҙең һүрәттәрендә илебеҙ тарихы, халыҡ йәшәйеге һәм тиҫтерҙәре портреттары. 6 тиҫтә йыл эсендә Өфөнөң 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбе илебеҙгә һәләтле рәссамдар тәрбиәләү үҙәгенә лә әүерелгән.

Гүзәл Борханова